“Яңы йыл мажаралары”

Маҡсат:

  •  йырҙарҙы ,бейеүҙәрҙе үҙ-аллы башҡарырға өйрәтеү;
  •  бейеүҙәр, йырҙар,шиғыр  аша балаларҙың телмәрен үҫтереү;
  • әкиәт геройҙарын иҫкә төшөрөү һәм әкиәттәргә ҡыҙыҡһындырыу;
  •  йырҙарҙы хәрәкәттәр менән башҡарырға ҡыҙыҡһындырыу;

Балалар залға инәләр шыршы тирәләп торалар.

Алып барыусы: Һаумыһығыҙ балалар!Атаәҙар һәм әсәйҙәр!

Яңы йыл менән һеҙҙе!Яңы йыл ҡотло булһын!

Бәхеттәр йылы булһын!

Шатлыҡтар йылы булһын!

Ҡырҙарҙа иген уңһын

Амбарҙар тулып торһон!

Табындары мул булһын,бәрәкәтле йыл булһын!

Ап – аҡ мамыҡ ҡарҙар яуа

Аҡҡа төрөп донъяны

Бөгөн беҙҙе үҙ янына

Йәшел шыршы йыйнаны!

Балалар беҙҙең шыршыбыҙ шундай ҡупшы,матур  биҙәлгән әйҙәгеҙ шыршыны маҡтап ҙурлап йырлап алайыҡ бергәләп.

Йыр “Йәшел шыршы”
(Балалар ултыралар).

Залға Ҡарһылыу инә.Шиғыр һөйләй.Бейей.

Ҡар һылыуы ҡар ҡыҙы тип

Миңә шулай әйтәләр

Һәм дә шыршы байрамына

Бик һағынып көтәләр.

(бейәләй таба)

Уй был бит минең олатайым Ҡыш бабайҙың бейәләйҙәре.миңә уны илтергә кәрәк.Улар бит ябай түгел тылсымлы ,Ҡыш бабайҙы беҙгә байрамға илтергә тик ошо бейәләйҙәр генә ярҙам итәсәк. (телефон шалтырай)

Ҡарһылыу:Ало тыңлайым

Тауыш:Ҡыш бабай бәләгә тарыны.

Ҡарһылыу:Миңә уны табырға кәрәк.

Тауыш: Һиңә әңелдән булмаҫ , урмандағы мәмерйәне табып ишеген аса алһаң Ҡыш бабайҙы табырһың.

Ҡарһылыу:мәмерйәне табырмын

Ишеген мин асырмын

Ҡыш бабайҙы ҡоткарырмын.

(Йүгереп сығып китә.Бейәләйҙе онота.)

Мәскәй әбей инә.

Мәскәй әбей:Ха-ха-ха!Ҡарһылыуҙы алданым ул да хәҙер юғаласаҡ.Мин бит сихырсы –Мәскәй әбей яҡшылыҡты яратмайым.Минең батшалығым ер аҫты ә унда бит ҡараңғы.(бейәләйҙе алып)Ә-ә-ә;бейәләйҙе оноттоңмы ә Ҡыш бабайҙы тик ошо тылсымлы бейәләйҙәр генә ҡотҡарасаҡ.(көйгә ҡуян инә)

Мәскәй әбей:Быныһы кем тағы ла.Әй ҡуян дуҫ һинме әллә.

Ҡуян:Һин урланың бейәләйҙе бир бейәләйҙе тиҙерәк юғиһә мин йәшен ҡуптарам.

(барабан уйнай.)

Мәскәй әбей:Яратмайым тауышты туҡта етте тейем бит.

Алып барыусы:Балалар әйҙәгеҙ Ҡуянға ярҙам итәйек , уның менән уйнап алайыҡ бергә..

Уйын”Шалтырауыҡ.”

Мәскәй әбей:Туҡтағыҙ етте инде.Ҡолағым тона инде.

Алып барыусы:Ҡуян дуҫ һинең генә көсөң етмәҫ саҡыр береһен ярҙамға.

Ҡуян:Эйе дөрөҫ.Мин беләм кем еңерен хәҙер үҙен саҡырам.

Эй Төлкө дуҫ кил ярҙамға.

(Ҡуян сыға)

Алып барыусы:Балалар әйҙәгеҙ Төлкө килгәнсе йырлап алайыҡ.

Йыр”В лесу родилась елочка

Мәскәй әбей:Матур йырланығыҙ әммә мин йырҙы яратмайым.

Төлкө:Нимә булып китте.

Алып барыусы:Беҙ байрамға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы көтәбеҙ тик улар бәләгә тарыны уларҙы тик тылсымлы бейәләйҙәр генә ҡотҡарасаҡ ә М.ә. беҙгә бирмәй байрамды боҙорға уйлай.

Төлкө:Хәҙер мин уның менән һөйләшеп ҡарармын.Эй сихырсы М.ә.бир миңә бейәләйҙе бирмәһәң ярай уйнап алайыҡ әйҙә.(яулыҡ сығара)Мин күҙеңде бәйләрмен булыр бында ҡараңғы ә һин шул ҡараңғыла мине эҙләп табырһың.килештекме.(Балаларға ҡарап)Ә һеҙ дуҫтар миңә ярҙам итегеҙ бергә уйнап алығыҙ.(Төлкө сыға)

Уйын”Һәпәләк”

Мәскәй эҙләй таба алмай.

Мәскәй әбей:Эләктеңме,әһә,(күҙен асһа төлкө юҡ)Ох һин алдаҡсы төлкө..мине алдап ҡастыңмы бейәләйҙе урлап.Ярай ,ярай был байрамды боҙорға килеп сыҡманы ә бына икенсе байрамды барыбер боҙормын.Ха-ха-ха…(сығып китә)

Алып барыусы:Балалар оҙаҡламай Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙа килеп етер әйҙәгеҙ уларҙы бергәләп саҡырайыҡ , улар беҙҙең тауышты ишетеп тиҙерәк килеп етерҙәр.

Балалар : Ҡыш бабай,Ҡарһылыу!

(Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу инә)

Ҡыш бабай:Һаумыһығыҙ балалар ҡунаҡтар.Ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә , ә шулай уҡ төлкөгә , ҡуянға.

Бергәләп : Һаумы , һаумы Ҡыш бабай!Һаумы , һаумы Ҡарһылыу!

Ҡыш бабай: Ярай инде улайһа ,

бөгөн байрам да баһа!

Онотайыҡ борсолоуҙы.

байрам башлайыҡ улайһа.!

Ҡарһылыу: бөтә кеше ашҡынып

Һағынып көткән байрам был

Кешеләргә Яңы йыл

Алып килгән байрам был!

Ҡотло булһын яңы йыл

Байрам булһын мөбәрәк.

Ҡыш бабай: тотоноғоҙ ҡулға – ҡул

Яһап бәйләм түңәрәк

Йырлап – бейеп әйләнәйек

Йәшел шыршы тирәләп.

Алып барыусы:туҡта,туҡта Ҡыш бабай

Оноттоҡ бит бер эште

Балҡып торорға тейеш

Беҙҙең шыршы был кистә!

Алып барыусы:

Ваҡыт етте Ҡыш бабай

Ҡабыҙ шыршы уттарын

Йым – йым итеп балҡыһын

Нурға төрөп ер шарын!

Ҡыш бабай:Йәшел шыршы биҙәнеп

Быйыл тағы килгәнһең

Һинһеҙ байрам күңелһеҙ

Булыр инде беләбеҙ.

Ҡарһылыу: Йырлап – бейеп тирәңдә

Әйлә – бәйлән уйнарға

Күрәһеңме ни ҡәҙәр

Кескәй дуҫтар йыйылған.

Ҡыш бабай: әйҙәгеҙ балалар минең менән тылсымлы һүҙҙәр әйтеп шыршы уттарын ҡабыҙайыҡ.

Бергәләп: Янсы янсы ян шыршы

Бул һәр саҡ шулай ҡупшы!

(шыршы ла уттар яна)

Йыр «Ҡыш бабай»(выжлап)

А.Б.:Арып та бөттөгеҙ инде ултырып ял итеп алығыҙ, балалар һеҙҙе һағынып көттөләр , һеҙгә тип йырҙар , шиғырҙар әҙерләнеләр .

Балаларҙың шиғырҙары

Йыр “Ҡыш бабай”(малайҙар)

Йыр “Тылсым сәғәт”

Алып барыусы:әйҙәгеҙ бергәләп түңәрәктә бейеп алайыҡ дуҫтар!

Бейеү: “Полька”

Ҡарһылыу: Мин һеҙгә тип уйын алып килдем Ул уйын “Лавата”тип атала

Уйын: “Лавата”

Ҡыш бабай:Уф эҫе булып китте ҡыҙым саҡыр ярҙамсыларыңдыһыуыҡ һауа йыйырға.

Ҡарһылыу: олатайыма эҫе лә булып китте инде , ҡар бөртөктәре бейеүен бейеп уға һалҡын һауа илтәйек.

Бейеү :“Ҡар бөртөктәре”

Ҡарһылыу:Афарин !һеҙ бик уңған балалар.

Ҡыш бабай:Һай афарин балалар.

Ҡарһылыу:Олатай әйҙә әле балаларҙың зирәклеген беләйек,йомаҡтар әйтәйек.

Йомаҡтар сисеү.

Йылға ул тик бер килә

Ул килһә ер гөр килә

Йәшел шыршы әйләнә

Яҡты залдар күренә.

(яңы йыл)

Килә бары ҡыш еткәс

Иҫке йыл үтеп киткәс

Үҙе менән һәр ваҡыт

Яңы йыл алып килә.

Бүләк тулы ҡапсығын

Иңенә һалып килә (Ҡыш бабай)

Ҡыш бабайҙың юлдашы

Уның менән гел бергә

Йәй көнө ул бөтөнләй

Мөмкин хатта эрергә

Һыуға әүерелергә.(Ҡарһылыу)

 

Ҡарһылыу:Бигерәк уңған , зирәк балалар.Матур итеп йырланығыҙ , бейенегеҙ шиғырҙар һөйләнегеҙ.

Алып барыусы:Әйҙәгеҙ бергәләп шыршы тирәләй йырлап алайыҡ әле

Йыр:“ Аҡбуҙатта елдереп”

Ҡыш бабай:Минең тылсымлы бейәләйем ҡайҙа әле ул ә бына ул.Балалар һеҙ хәҙер күҙҙәрҙе ныҡ итеп йомоғоҙ мин бер,ике,өс тиһәм асырһығыҙ,килештекме.

Ҡыш бабай:

Алатыр-балатыр
Йылыҡас,йомроҡас
Шарам би,тарам ки,
Бер,ике,өс,
Күҙеңде ас.

(бәләкәй бейәләйҙе ҙур тоҡ бейәләйгә алыштыралар.)

Ҡарһылыу:Бына тылсымлы бейәләй ҙур булып үҫеп сыҡты.Эсен асып ҡарайыҡ әле нимә бар икән.

Ҡыш бабай : Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә төркөмдә бына ошондай бүләктәр көтә балалар,тәрбиәсе апайҙарығыҙ таратып бирерҙәр.

Алып барыусы:Балалар әйҙәгеҙ бергәләп рәхмәт әйтәйек.

Ҡыш бабай:Һеҙҙе барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайбыҙ.

Ҡарһылыу: Һуҡты китер сәғәттәр

Хушығыҙ инде

Яңы шатлыҡтар алып

Яңы йыл килде.

Ҡыш бабай: Яңы йылдың таңдары

Гел аяҙ булһын

Ул тарихҡа бәхет йылы

Булып яҙылһын.

(Хушлашып сығалар)

Алып барыусы:Яңы йыл мөбәрәк булһын!Байрам менән барығыҙҙы ла,яңы йыл тик яңы уңыштар яңы ҡаҙаныштар алып килһен!Ә хәҙер төркөмгә ҡайтайыҡ Ҡыш бабай бүләктәре беҙҙе көтәлер.

Рейтинг
( 19 оценок, среднее 4.37 из 5 )
Лейсан Расулева/ автор статьи

Хөрмәтле ҡунаҡтар!
Һеҙ музыка етәксеһенең шәхси сайтында. Әгәр ҙә һеҙ минең сайтымды ҡыҙыҡлы һәм фәһемле тип тапһағыҙ, һеҙҙе мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың музыкаль үҫеше ҡыҙыҡһындыра һәм кескәйҙәрҙе гүзәллек донъяһына ылыҡтырыу юлдарын эҙләйһегеҙ икән, минең шәхси сайтыма рәхим итегеҙ.
Уважаемые гости!
Вы находитесь на персональном сайте музыкального руководителя. Я рада приветствовать всех, кому будет интересен и полезен мой сайт, кого волнует тема музыкального развития дошкольников, кто неравнодушен к музыке и кто хотел бы помочь малышу приоткрыть окно в мир прекрасного.

Понравилась статья? Поделиться с друзьями:
Комментарии: 6
  1. Ильгиза

    Котлайбыз hеззе, артабан да зур уныштарга олгашеуегеззе телайбез 🙏

    1. Лейсан Расулева (автор)

      Ильгиза, Ҙур рәхмәт! :smile:

  2. Гулира

    Ләйсән Нуриман ҡыҙына ҙур рәхмәтемде белдерәм бөтә ата-әсәйҙәр исеменән :idea: Яңы йыл иртәлеге күңелле, фәһимле үтте. Артабан да эшегеҙҙә тик уңышлыҡтар теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ!!!

    1. Лейсан Расулева (автор)

      :idea: :idea: :idea:

  3. Резеда

    Үҙ эшенең оҫтаһы булған, беҙҙең музыкаль етәксеһенә Ләйсән Нуриман ҡыҙына рәхмәттәремде белдерәм!

    1. Лейсан Расулева (автор)

      Резеда Юлаевна, ҙур рәхмәт! :smile:

Добавить комментарий

;-) :| :x :twisted: :smile: :shock: :sad: :roll: :razz: :oops: :o :mrgreen: :lol: :idea: :grin: :evil: :cry: :cool: :arrow: :???: :?: :!: