Ата — әсәләр өсөн
Для вас, родители

Музыкаға һөйөү уятыу.

Һәр бала – үҙе бер шәхес.Ул фекерләй, уйлай, теләген белдерә, булған һөнәрен күрһәтеүргә, өлкәндәргә оҡшарға тырыша. Һәр кескәйҙең тәбиғәттән бирелгән, нәҫелдән күскән һәләте лә була. Уны үҫтереү өсөн бар тырышлыҡты һалыу мөһим. Йыр кешенең күңелен уята, ауырлыҡты еңеләйтә, матурлыҡты күрергә өйрәтә. Күңелендә моңо булған бала һиҙгер, отоп алыусан, иғтибарлы була. Йырға һөйөү тәрбиәләү ата-әсәнең, ҡартатай-өләсәйҙәрҙең сабыйҙы сәңгелдәктә йырлап йоҡлатыуынан, уға төрлө һамаҡ, таҡмаҡ өйрәтеүенән башлана. Һәр әсә балаһын бәхетле, төрлө яҡлап һәләтле булып үҫеүен теләй. Кескәйҙә йыр-моңға ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн дөрөҫ уйынсыҡтар һайланыуы ла мөһим. Төрлө тауыш сығарған уйынсыҡтар өндәрҙе айырырға өйрәтһә, көй яңғыратҡаны моңдарҙы айырырға өйрәтә. Хәҙер сауҙа нөктәләрендә бындай әйберҙәр бик күп. Шулай ҙа уйынсыҡ музыка ҡоралдары баланың йыр-моң һәләтен үҫтерәсәге хаҡында онотмағыҙ. Шулай уҡ кескәйҙәрҙе йырлы бейеүҙәр, уйындар менән ҡыҙыҡһындырыу мөһим. Баланың тәрбиәле, инсафлы һәм тәүфиҡлы булып үҫеүенә ата-әсәнең сәңгелдәк йыры, һөйөүе, моңо, йылы хис-тойғолары булышлыҡ итеүен хәтерегеҙҙән сығармағыҙ






Буклет Музыка

 

Рейтинг
( 3 оценки, среднее 5 из 5 )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: