Маҡсат:
- Балаларҙы башҡорт халҡының хаҙинаһы менән таныштырыу;
- Балдың файҙаһын иҫкә төшөрөү;
- Башҡорт халыҡ аштарына һөйөү тәрбиәләү;
Методик алым:
— Сәйәхәт
Йыһазландырыу:Һүрәттәр, схемалар, умарта, бал косметикаһы, бал, бал ҡорттары.
Дәрес барышы:— Балалар, мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, ә һеҙ тыңлағыҙ.
Йылан түгел, үҙе саға,Ҡош түгел оса.Бал ҡорто
— Беҙ бөгөн бал ҡорттары тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Иғтибар менән мине тыңлайбыҙ.— Ҙур баҡса, ла кескәй өйҙәУмарталар теҙелгән, бер- бер артлыОсоп тора бал ҡорттары безелдәп,Бал ҡорттары оса ғынаЙүкәләр сәскәһенә,Нур һаҡлана кескәй генәЭшсән йән эйәһендә.шиғыр нимә тураһында?
(Балаларҙы активлаштырыу, тулы яуап алыу.)
— Бөгөн беҙ тағыла һеҙҙең менән башҡорт халҡының бер хазинаһы тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Ул бал, үҙенә ул бик күп байлыҡтарҙы йыйған.
(шул ваҡытта берәүҙең илағаны ишетелә)
— Кем илай?
(Бал ҡортто илап инә.)
— Мин Нәҙекәйбил.
(Илай һәм үҙенең ҡайғыһын һөйләп бирә.)
— Балалар ысынлапта сәскәләр, бал ҡорттары ла юҡ, көслө ел осорған.— Беҙгә Нәҙекәйбилгә ярҙам итер кәрәк, ә уның өсөн беҙ бал ҡорттарына әүереләбеҙ һәм бал ҡорттары иленә осайыҡ.
(Балалар түңәрәккә торалар, талғын ғына көй уйнай,уларға битлектәр кейҙерәләр.)
— Нәҙекәйбил һинең дуҫтарың күбәйҙе, бергәләшеп сәйәхәтте башлайыҡ.
Беренсе туҡталыш: Таҡтала солоҡ һүрәттәре тора
(Балаларҙан тулы яуап алыу һәм активлаштырыу.)
— Белгестәр әйтеүенсә, бал ҡорто илле млн. йыл элек барлыҡҡа килгән.— Шул ваҡытта бал ҡорттары ҡайҙа йәшәгәндәр икән?
(Балаларҙан тулы яуап алыу һәм активлаштырыу.)
— Ошо солоҡ һүҙенән солоҡсолоҡ барлыҡҡа килгәндә инде. Солоҡсолоҡ нимә ул?
(Балаларҙан тулы яуап алыу һәм активлаштырыу.)
— Балалар хәҙерге ваҡытта солоҡсолоҡ бар микән?
(Балаларҙан тулы яуап алыу һәм активлаштырыу.)
— Башҡортостан республикаһының ҡайһы төбәктәрендә киң таралған?
(Балаларҙан тулы яуап алыу һәм активлаштырыу.)
Икенсе туҡталыш:— Икенсе таҡтала умарта һүрәте тора.— Умарта бал ҡортоноң өйө. Ул унда йәшәй, туҡлана, бал йыя.— Балалар, бал ҡорттары балды ҡасан йыялар?
(Балаларҙан тулы яуап алыу һәм активлаштырыу.)
— Һыуыҡ төшкәс бал ҡорттары нимә эшләйҙәр? Улар йоҡларға яталар. Көҙ көнө умартасы уларҙы айырым һаҡлау өсөн ярашланған өйгә индерә. Ҡарағыҙ әле яланда умартасы йөрөй.
(Төтөн борҡолдатып йөрөп ята.)
Өсөнсө туҡталыш:— Мин – умартасы, бал ҡорттарымды тәрбиәләп йөрөп ятам.— Һеҙ, балды нисек алаһығыҙ?— Ошо төтәткес менән бал ҡорттарын осороп ебәрәмдә, эсеән керәҙ алам.
(Алып күрһәтә)
— Ошо керәҙҙең эсендә бал бар, керәҙҙең балын һығып алыр өсөн, бал ҡыуыу аппаратына һалалар һәм ошондай бал алалар.— Ошо кейемдәрҙе нимә өсөн кейгәнем икән, кем белә?
(Балаларҙан тулы яуап алыу һәм активлаштырыу.)
Таҡтала карточкалар менән эштәр. Балдың нисек килеп сыҡҡанын карточкалар ярҙамында һөйләйҙәр.
(Умартасы менән хушлашыу.)
Дүртенсе туҡталыш:— Өҫтәлдә парфюмериялар ята. Шуның янына киләләр.— был әйберҙәр бөтәһенең дә составында бал бар.— Һеҙ нисек уйлайһығыҙ ни өсөн бал ҡушҡандар икән?
(Балаларҙан тулы яуап алыу һәм активлаштырыу.)
— Бал бик файҙалы.— Бал ҡортоноң тағыла бер үҙенсәлеге бар. Улар кешене сағалар. Бал ҡортоноң сағыуын элек-электән файҙалы тип һанағандар һәм төрлө ауырыуҙарҙы дауалағандар.
(Балалар ултырғыстарға ултыралар. Схема ҡарап һөйләмдәр төҙөйҙәр. Балдың ете мөғжизәһен иҫкә төшөрәләр. Балаларҙан тулы яуап алыу һәм активлаштырыу.)
— Нәҙекәйбил бына һиңә сәскәләрҙең таждарын йыйырға ярҙам иттеләр, хәҙер сәскәнән –сәскәгә бал йыя алаһың.— Рәхмәт һеҙгә, бына минән һеҙгә күстәнәс бал.
(Осоп сығып китә.)
— Бал менән бергәләшеп сәй эсеп алайыҡ
(Тәрбиәсе баларҙы маҡтап ,хуплап үтә.)
Ләйсән Нуримановна!Эшегеҙҙә уңыштар теләйем! Сәйәхәт балаларға бик оҡшаны,барыһы ла ҡыҙыҡ булды, өйҙә һөйләнеләр!
