Педагогик портрет

Рәсулева Ләйсән Нуриман ҡыҙы

МУЗЫКА ЕТӘКСЕҺЕ

СИБАЙ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА АДМИНИСТРАЦИЯҺЫНЫҢ
МУНИЦИПАЛЬ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ
БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
БАЛА ҮҪТЕРЕҮ ҮҘӘГЕ-   “ҠУРАЙ” БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ

1. Муниципальный район/ Городской округ Республики Башкортостан Администрация городского округа город Сибай Республика Башкортостан
2. Населенный пункт Город  Сибай
3. Общий трудовой и педагогический стаж (полных лет на момент заполнения анкеты) Общий трудовой стаж-18, педагогический стаж-14 лет
4. Образование: название, год окончания учреждения профессионального образования, факультет Высшее, МаГУ 2012  год факультет «Дошкольная педагогика и психология»
5. Специальность, квалификация по диплому

 Квалификация «Учитель музыки, музыкальный руководитель» Специальность «Музыкальное образование»

6. Профессиональная переподготовка: название, год окончания учреждения профессионального образования «Башкирский государственный университет», 2018 год по программе «Специальное (дефектологическое) образование»
7. Авторские образовательные программы, методики, технологии “Кескәйҙәргә экологик тәрбиә биреү”- методическое пособие для детей раннего возраста
8. Факторы, повлиявшие на выбор профессии Музыкальный руководитель —  это для меня  не просто профессия, это – состояние моей души, потому что я очень люблю детей и музыку. Эта самая необычная интересная профессия которая  помогает  попасть в Мир чудес, волшебства и сказочных превращений.

Ведь музыкальные руководители – это  феи которые знакомят с прекрасным миром музыки, учат  петь, танцевать и играть на музыкальных инструментах.

9. Личная электронная почта Rasu1988@inbox.ru
10. Рабочая электронная почта kuraysibay@mail.ru
11. Адрес интернет – ресурса (по ссылке должна открываться страница участника Конкурса) balasak.com

Сведения о повышении квалификации

Мин – музыка етәксеһе!

Бала килеш кенә күңелемдә: «Музыка белгесе булам!» тигән уй яралғанда, талпыныу менән был хыялыма ашҡынғанда, музыка етәксеһе һөнәренең ҙур яуаплылыҡ һәм оло сабырлыҡ талап иткәнен аңлап та етмәй инем әле. Күҙ алдыма бары һәр көн ашҡынып балалар баҡсаһына барыуым, унда киләсәккә өмөт менән бағыусы бала күҙҙәре ҡаршылауы ине.  Хыялым тормошҡа ашты:

Мин ниһәйәт музыка етәксеһе! Алдымда миңә ышанып та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та төбәлгән балалар – беҙҙең киләсәк.

Ниндәй булыр ул? Ошо сабыйҙар ниндәй шәхес булып үҫер?

Яратҡан һөнәрем иңдәремә ятҡас ҡына минең яҙмышым – илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡан икәнен аңланым. Ни тиклем етди һәм яуаплы һөнәр һайлағанымды йылдан-йыл нығыраҡ тоям.

Башҡорт балалар баҡсаһында эшләүсе музыка етәксеһе булараҡ минең төп маҡсатым —  мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт теле аша халҡыбыҙҙың  мәҙәниәтен өйрәтеү, рухи һәм мәҙәни байлығына ылыҡтырыу,  сәнғәткә, музыкаға ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

Шуға күрә лә үҙ эшемдә туған тел аша балаларҙы халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, сәнғәте,  йолалары менән таныштырам. Балаларҙы милли рух нигеҙендә тәрбиәләйем, уратып алған донъяға ҡарата эстетик ҡараш, зауыҡ булдырырға тырышам.  Йыр — моң, сәнғәт яраткан бала  ғына матурлыҡты аңлай тип уйлайым. Шул ваҡытта ғына бала  нескә күңелле, мәрхәмәтле була.

 Музыка   аша кескәй балаларҙа изгелек, мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ, батырлыҡ, матурлыҡ сифаттары тәрбиәләү өсөн  бөтә көсөмдө һалам. Халҡыбыҙҙың ижадын, сәнғәтен, мәҙәниәтен өйрәнеүсе йыр-моңға ғашиҡ балаларҙың йөҙҙәрендә әҙәплелек, нәфислек, яғымлыҡ сағылыштары күреп сикһеҙ рәхәтлек кисерәм, улар менән ғорурланам. Кескәйҙәргә эстетик тәрбиә биреү һәм уларҙың эске доньяһын байытыу өсөн төрлө заманса һәм балалар өсөн ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле булған эш формалары һәм алымдары ҡулланырға тырышам. Былар барыһы ла  музыка дәрестәрен грамоталы, ҡыҙыҡлы, эстәлекле итеп ойоштороуға ярҙам итәсәген яҡшы аңлайым.

   Мин үҙемде бәхетле тип һанайым! Иң беренсе — башҡорт  ҡыҙы булыуым менән бәхетлемен. Сөнки һәр милләт кешеһе үҙ телендә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы. Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш. Башҡорт теле! Ниндәй моңло ла, яғымлы ла. Уны семәрле биҙәккә оҡшатам мин. Ул, әйтерһең дә, төпһөҙ ҡойо, эсе тулы аҡыл, фәһем.  Икенсенән, башҡорт балалар баҡсаһында эшләү бәхете  миңә тейҙе. Тик әсә теле генә, туған тел генә баланың һәр бер уйын, уның аңын, хистәрен һәм күңел хәрәкәтен бөтә көсө менән сағылдыра икәнен яҡшы аңлайым. Өсөнсөнән, минең яратҡан һөнәрем, янымда һорау тулы күҙҙәре менән ҡарап торған балалар һәм һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙыусы коллегаларым бар. Тимәк, мин ысын мәғәнәһендә бәхетле кеше!

 

Рейтинг
( 4 оценки, среднее 3.75 из 5 )
Понравилась статья? Поделиться с друзьями: