Маҡсат:
балаларға байрамдан шатлыҡ ҡыуаныс бирергә. Таныш йырҙар, уйындарҙы бергәләп башҡарырға өйрәтеүҙе дауам итеү.Күңел күтәренкелеге, шатлыҡ хистәрен уятыу, кешеләргә ҡарата изгелек, рухи ҡиммәттәргә оло ихтирам тәрбиәләү. Халыҡ уйындарын өйрәнеү, батырлыҡ, сослоҡ, саялыҡ тойғолары тәрбиәләү. Яңы йылға арналған йырҙар, шиғырҙар аша матурлыҡты күрергә, тойорға өйрәнеү.
Күңелле көй аҫтында балалар залға еңелсә йүгереп инәләр.
Алып барыусы:
Яңы йылға шыпшы әҙер
Йымылдай сулпылары
Байрамға йырҙың, шиғырҙың
Әҙер иң яҡшылары
— Күрәҙегеҙме, балалар, ниндәй ҡупшы шыршы беҙгә ҡунаҡҡа килгән. Ниндәй матур уйынсыҡтар эленгән. Тик ниңәлер беҙҙең шыршы күңелһеҙ генә тора. Уттары ла балҡымай. Әйҙәгеҙ, бергәләп шыршыны балҡытайыҡ. Яңы йыл ҡотло булһын. Шыршыбыҙ балҡып торһон! Бергәләп әйтәйек әле. (балалар ҡабатлай шыршы янмай)
Балалар, шыршы беҙҙе ишетмәй.
Әйҙәгеҙ, тағы берҙе күмәкләп ҡысҡырып әйтәйек әле!
(балалар ҡабатлай шыршы яна)
— Кем беҙгә шыршыны маҡтап шиғыр һөйләп ишеттерә Йәшел шыры матурлана
Уйынсыҡтар тағылһа
Алтын көмөштәй нурлана
Киске уттар ҡабынһа
Йылтыр-йылтыр уйынсыҡтар
Йылтырайҙар шыршыла
Эх, күңелле, бик күңелле
Яңы йылды ҡаршылау
Шыршы матур, шыршы матур
Шыршы һәр саҡ йәм-йәшел
Энәләрен ҡоймай бер ҙә
Һәр ваҡытта йәм-йәшел
Шыршы матур биҙәкләнһә
Ҡыш бабай ҙа ярата
“Ҡотло булһын Яңы йыл!”-тип
Беҙгә бүләк тарата.
— Әйҙәгеҙ, инде хәҙер шыршы тирәләй тороп йыр йырлап алайыҡ.
Йыр: “Шыршы ҡупшы кейенгән”
— Балалар, һеҙ әкиәткә ышанаһығыҙмы?(әйе!) Беҙҙе бөгөн шыршы янында мөғжизәләр көтә. Ишетәһегеҙме. Кемдер килә беҙгә…
(Көй аҫтында Ҡарһылыу өйөрөлөп-өйөрөлөп инә)
Ҡарһылыу:
Ниңә бөгөн барыһы ла Йылмая, көлә? Бәхет булып беҙҙең ергә Яңы йыл килә
— Һаумыһығыҙ, балалар! Ҡыҙҙар һәм малайҙар! Мине таныйһығыҙмы? Мин – Ҡыш бабайҙың ейәнсәре Ҡарһылыу булам. Мин бик уйнарға яратам.Әйҙәгеҙ, уйнап алайыҡ
Уйын “Ҡыңғырау”
(Шыршы алдында ҡыңғырау. Кем тиҙерәк шыршыны уратып йүгереп, ҡыңғырауҙы зыңлай)
Алып барыусы: Рәхмәт, Ҡарһылыу, бик күңелле уйын алып кигәнһең икән!
— Ҡарағыҙ әле, балалар, мин ниндәй көршәк таптым. Ул ниндәй матур, саф лтындай биҙәлгән.Бәлки уны берәйһе юғалтҡандыр. Бының менән нимә эшләргә, эсендә берәй нәмәһе юҡмы икән?Асып ҡарайыҡ әле (асылмай) Һелкетеп ҡарайым әле бер. Үҙе бысрап киткән икән, таҙартайым әле.
(Ут һүнә. Ел-дауыл өргән тауыш.Көй аҫтында ст.Хаттабыч инә)
Алып барыусы: Был ниндәй тылсым булды ул? Көршәкте таҙартҡанға – ут һүнде,ел күтәрелеп китте. Әллә ҡайҙан байрамға бер бабай килеп төштө…
(Хаттабычҡа өндәшә)
— Һеҙ, олатай, кем булаһығыҙ?
Хаттаб: Эй,рәхмәт төшкөрҙәре Йөрәк майҙарым Күҙ алмаларым Тотҡондан ҡотҡарҙығыҙ
— Мин- Хәсән Ғабдрахман ибн Хаттаб Рәхәт Лукумыч булам.Мин һеҙҙең мәңгелек ҡолоғоҙ. Нимә теләйһегеҙ?Мин хәҙерҙән үтәргә әҙер!
Алып барыусы: Хөрмәтле, Хаттаб әфәнде беҙҙең ҡунағыбыҙ булығыҙ!
Хаттаб: О, күңел нурым. Бында халыҡ ни өсөн йыйылған?
Алып барыусы: Беҙҙә бөгөн байрам
Алып барыусы: Балалар ниндәй байрам бөгөн беҙҙә?(Әйе, Яңы йыл, Шыршы байрамы!)
Хаттаб: Шыршы нимә була ул?
(Шыршы тирәләй ҡарап йөрөй)
— Күпме илдәр күрҙем, әммә бындай матур ағасты күргәнем булманы. Ҡара,ҡара әле, ниндәй генә емештәр үҫмәй икән үҙендә. (Шыршыны тотоп ҡарай) Ой-ой-ой, ҡулымды сәнсә, шайтан. Ә Ҡыш нимә була ул?Бер нимә лә аңламайым.
Алып барыусы: Балалар,әйтегеҙ әле ҡыш нимә ул?
(Яуаптар)
Хаттаб: Быныһы аңлашылды,ә ҡар нимә ул. Мин уны күргәнем юҡ.
Алып барыусы: Ә, беҙ һиңә ҡар тураһында йырлап күрһәтәбеҙ
Йыр: “Снег-снежок”
Ҡарһылыу: Ҡайҙа минең бәләкәс ярҙамсыларым,Ҡар бөртөктәре?
— Әйҙәгеҙ,өйөрөлөп бейеп алайыҡ әле
Бейеү: “Ҡар бөртөктәре”
Хаттаб: Хәҙер, барыһы ла аңлашылды
Алып барыусы: Хаттаб әфәнде, беҙ һеҙҙең ҙур тылсым эйәһе икәнен беләбеҙ. Әйҙә әле, беҙгә берәй тылсым күрһәт
Хаттаб: Уны булдырабыҙ! Ахалай-махалай, бер-ике-өс, тылсымлы көс
(һаҡалынан сәс өҙә)
Бейеү: “Шәрек ҡыҙҙары”
Алып барыусы: Һай, Хаттаб әфәнде, беҙҙе һөйөндөрҙең, бындай бейеүҙе беҙҙең күргәнебеҙ юҡ ине әле
Алып барыусы: Беҙҙең байрамға Ҡыш бабай ғына етмәй
Хаттаб: Ә Ҡыш бабай кем була?
Алып барыусы: Әйҙәгеҙ әле, балалар, Хаттаб әфәндегә Ҡыш бабай тураһында шиғыр һөйләйек.
Ҡыш бабай, Ҡыш бабай Һин беҙгә килдең Бик тәмле, бик тәмле Күстәнәс бирҙең
Ҡыш бабай, Ҡыш бабай Әйҙә бергәләп Уйнайыҡ, бейейек Шыршы тирәләп.
Хаттаб: Әһә, аңланым.аҡ һаҡалы бар, бите танауы ҡыҙыл,үҙе шулай күңелле
— Хәҙер тағы бер тылсым күрһәтәм. Ахалай-махалай, бер-ике-өс, тылсымлы көс
(һаҡалынан сәс өҙә, свет һүнә, көй аҫтында Гном килеп сыға)
Гном: Һаумыһығыҙ, балалар!Ҡыҙҙар һәм малайҙар
Хаттаб: Һаумыһығыҙ, Ҡыш бабай
Гном: Юҡ һеҙ яңлышаһығыҙ, мин Ҡыш бабай түгел, мин Гном
— Мин дуҫтарым менән урманда шыршы аҫтында, бәләкәй генә өйҙә йәшәйем. Беҙ бик күңеле йәшәйбеҙ. Ҡара ана беҙең бейеүҙе…
Бейеү: “Гномики”
Гном: Һаубулығыҙ, беҙҙең урманда э беҙ күп.
(сығып китә)
Хаттаб:Йә, тағын әйтегеҙ әле Ҡыш бабай ниндәйерәк була
Алып барыусы: Ул бит оҙон тун кейгән, тыл.таяғы бар
Хаттаб: Әһә,аңданым! Ахалай-махалай, бер-ике-өс, тылсымлы көс
(һаҡалынан сәс өҙә)
Ут һүнә шатыр-шотор тауыш. Һеперткеһенә таянып Мәскәй әбеә килеп керә. Ул Ҡыш бабайҙың тунын кейеп алған.
Мәскәй әбей: Һаумыһығыҙ, балалар Маңҡа танауҙар Мин яҡшы бер бабай Бүләктәр алып килдем.
Алып барыусы: Һаумы,һаумы Ҡыш бабай Беҙ һине һағынып көттөк Һин килгәс байрам да йәмләнер.
Мәскәй әбей: Ниңә һеҙ былай бойоҡ Кикеректәрегеҙ шиңгән Баштарығыҙ эйелгән Мин дә һеҙҙе күрергә бик шатмын. Мин һеҙҙе хәҙер аптыратам.
Алып барыусы: Нисек аптыратаһың?
Мәскәй әбей: Шыршыны һүндерәм.
Алып барыусы: Нисек инде һүндерәң, улай бит ярамай. Ә һинең таяғың ысын түгел, әллә үҙең дә Ҡыш бабай түгел?
Мәскәй әбей: Нисек инде мин Ҡыш бабай түгел? Әллә һеҙгә оҡшамайым Улай булғас мин китәм
Алып барыусы: Туҡта, туҡта, беҙ һине тылсымлы таяҡ менән күреп өйрәнгәнбеҙ
Мәскәй әбей: Был нимәһе менән таяҡҡа оҡшамаған? Тик яңы конструкция ғына
Алып барыусы: Йә, улайһа һинән беҙ бер имтихан алабыҙ.
Мәскәй әбей: Нисек инде ул?
Алып барыусы: Мин һорауҙар бирәм, ә һин яуап бир
Мәскәй әбей: Ярай, мин риза..
Алып барыусы: Һинең ейәнсәреңдең исеме кем?
Мәскәй әбей: Мәскәйбикә
Алып барыусы: Кем, Мәскәйбикә
Мәскәй әбей: Ой,ой, Ҡарһылыу!
Алып барыусы: Һин, Ҡыш бабай уйлап шаярт Икенсе һорау:Һин бик күп уйындар, көлкөлө хәлдәр белергә тейешһең
Мәскәй әбей:
(һүҙгә ҡыҫылып)
— Уйындар тейһеңме?Уйындар бик күп беләм. Бына кем тиҙерәк шыршы тирәләй быйма кейеп йүгереп килә. Кем беренсерәк килә
Уйын “Быйма менән”
Алып барыусы: Мәскәй әбей,хәҙер өсөнсө имтихан Ҡыш бабай матур бейей. Әйҙә, һин дә бейе әле
Мәскәй әбей: Эй, юююҡ, мин бит ҡартайғанмын
Алып барыусы: Әйҙә,әйҙә, һиңә балалар әрҙам итерҙәр
Бейеү “Бабка-Ежка”
(Бейеү бөтөүгә Ҡыш бабай костюмы төшә. Мәскәй әбей абына-йығыла шыршы артына ҡаса)
Алып барыусы: Бына беҙ һине таныныҡ инде. Мәскәй әбейҙе беҙ ҡунаҡҡа саҡырманыҡ.Йөрөмә балалар ҡурҡытып, кит үҙеңдең урманыңа
Мәскәй әбей: Әһә, минең кеүек аҡыллы, сибәр кешене ҡыуалар Һеҙҙеңсә булмаясаҡ Шурле-мурле- капут Байрамығыҙҙы боҙам
Алып барыусы: Хаттаб әфәндеярҙам итсе әле беҙгә
(Хаттаб һаҡалын өҙөп)
— Урман елдәре иҫегеҙ Ел-дауыл килтерегеҙ Мәскәй әбейҙе юҡ итегеҙ Мин Мәскәй әбейҙе алып китермен Аҡыл – тәртипкә ултыртырмын
(Икеһе лә көй аҫтына сығып китәләр)
Ҡарһылыу: Беҙ Мәскәй әбейгә әүрәп онотоп та киткәнбеҙ бит. Яңы йыл етә, ә Ҡыш бабай һаман да юҡ.
Алып барыусы: Әйе, Ҡыш бабайһыҙ ниндәй Яңы йыл була инде ул
Ҡарһылыу: Балалар, нимәгәлер Ҡыш бабай оҙаҡлай. Бәлки ул аҙашҡандыр
Балалар: Ҡыш бабай!Ҡыш бабай!
(ишетмәй)
Ҡыш бабай!Ҡыш бабай!
(көй аҫтында Ҡыш бабай килеп инә)
Ҡыш бабай: Буран-ҡарҙарҙы һепереп
Мин килдем һеҙгә
Яңы йылды ҡаршыларға
Дуҫтарым менән бергә. Һаумыһығыҙ, балалар!Ҡайһылай матур итеп кейенеп килгәнһегеҙ.
Алып барыусы: Һаумы, Ҡыш бабай беҙ һине һағынып көттөк. Төклө аяғың менән
Ҡыш бабай: Тороғоҙ түңәрәккә
Йырлайыҡ әле бергә
Хоровод: “Яңы йыл полькаһы”
Ҡыш бабай: Балалар, ә һеҙ һыуыҡтан ҡурҡаһығыҙмы?
Балалар: Юҡ!
Ҡыш бабай: Хәҙер мин һеҙҙе өшөтөп алам
Уйын “Өшөтәм”
(уйын шыршы тирәләй үткәрелә)
Ҡыш бабай: Һеҙҙең менән уйнай торғас эҫе булып китте, арып киттем әле
Алып барыусы:Әйҙә Ҡыш бабай ултырып ял ит. Беҙҙең балалар һиңә йыр йырлап ишеттерәләр
Йыр: “Ҡыш бабайҙың аҡ туны”
Ҡыш бабай: Балалар, ә һеҙ минең турала шиғырҙар беләһегеҙме?
Шиғырҙар
Ҡарһылыу: Олатай, һин бүләктәр тураһында онотманыңмы?
Ҡыш бабай: Әлбиттә, онотманым. Тик миңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк булыр. Тороғоҙ тәңәрәккә. Бына миндә тылсымлы шыршы энәләре бар. Бөтәгеҙҙә алығыҙ ҙа. Минтылсымлы һүҙҙәр әйтәм, ә һеҙ энәләрҙе шыршыға ташлағыҙ.
(Звучит музыка, ут һүнә)
1-2-3 Яңы йыл ҡотло булһын Энәләре бүләк булһын
(балалар энәләрҙе ташлайҙар, бүләктәр шыршы төбөнән табалар)
Ҡыш бабай: Рәхмәт, рәхмәт, балалар Һаҡалтайҙы ҙурланығыҙ Шиғыр ҙа һөйләнегеҙ Матур итеп бейенегеҙ Бик оҫта икәнһегеҙ Күп һөнәр беләһегеҙ Бына хушлашыу аҡыты ла етте.Һау булығыҙ, дуҫтарым!
Ҡарһылыу: Киләһе йылда осрашҡанға тиклем. Һау булығыҙ!
(Ҡ.б һәм Ҡарһ. сығып китәләр)
Алып барыусы: Хушлашыу ваҡыты етте Һау булығыҙ, ҡунаҡтар! Тағы балҡып үтеп китте Бәхетле бер йылыбыҙ
(ҡул болғайҙар. Шыршы тирәләй әйләнеп залдан сығалар)
Үҙ эшенең оҫтаһы булған, беҙҙең музыкаль етәксеһенә Ләйсән Нуриман ҡыҙына рәхмәттәремде белдерәм! Балалар баксаһында һеҙҙең һәр сараға, байрамдарға балалар өсөн яңынан-яңы сценарийҙар, яңынан-яңы бейеү, йырҙар әҙер. Изге эшегеҙ, киләсәкте тәрбиәләүгә индергән тос өлөшөгөҙ, беҙҙең балаларҙы йыр-моңға һәләттәрен үҫтереп торғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә уңыштар, яулайһы үрҙәр, тырыш балалар теләйем! Балалар баҡсаһының киләсәге оҙон булһын, унда кескәйҙәр тауышы тынмаһын!
Резеда Юлаевна, теләктәрегеҙ өсөн ҙәр рәхмәт!
Ләйсән Нуриман ҡыҙы,һҽҙгә уңыштар тҽләп ҡалам,гҽл шулай тырыш,ныҡышмал,маҡсатығыҙға ирҽшҽүсән булып ҡалығыҙ.Алға һәм алға!!!
Гульназ Зуфаровна, ҙур рәхмәт!
Лэйсэн Нуриман кызы, зур рэхмэт hезгэ балаларыбыззы кыуандырып, музыкаль яктан профессиональ килештэ дэрестэр уткареп, матур-матур йырзар, бейеузэр ойрэтеп, балаларзы ихлас каршы алып тороуыгыз осон. hезгэ артабан да зур енеузэр, ныклы hаулык, озон гумер, гаилэ именлеге, барлык хыялдарыгыззын тормошка ашыуын, эшегеззэ уныштар телэйбез .
Разифә Рәмил ҡыҙы, бик матур теләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Лейсан Нуриман кызына зур рахмат хуззаре еткерабез.Беззен балаларзы хэр яклап устереусе, уз эшен якшы белгэн тэрбиэсе ул. Хезга килэсэктэ эшегезза уныштар ,шатлык, кыуаныстар юлдаш булыуын телайбез.