Маҡсат:
Балаларҙы тәбиғәт миҙгелдәре менән таныштырыу. Тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш, ғорурлыҡ хисен тәрбиәләү. Балаларҙың музыкаль һәләтен үҫтереү.
Көй уйнай.Алып барыусы инә.
Алып барыусы.: Һаумыһығыҙ ҡәҙерле балалар,килгән ҡунаҡтар,атайҙар һәм әсәйҙәр.бөгөг беҙҙә ҙур байрам,йылдың иң матур миҙгеле-көҙ байрамы.
Йәй айҙары гөрлөп үтте
Алтын көҙ килеп етте
Аҡ ҡайындар иңдәренә
Һары шәлдәрен япты
Алып барыусы.:Ә хәҙер алҡышлап балаларҙы ҡаршы алайыҡ.(Ҡулдарына төрлө төҫтә япраҡтар тотоп Көҙ апай менән балалар залға вальс көйөнә инәләр,түңәрәктә бейейҙәр һәм ярым түңәрәккә барып торалар)
Алып барыусы.:
Алтын күлдәген кейеп
Көҙһылыу килде беҙгә
Байлыҡ,уңыш,муллыҡ алып
Байрамға инде беҙгә.
Көҙһылыу:Һаумыһығыҙ ҡунаҡтар. Йылдың бөтә матурлығын ,йомарт уңышын алып мин килдем һеҙгә ҡунаҡҡа,көҙ байрамын ҡаршыларға.Үҙем генә килмәнем,ярҙамсым Уңышбикәне алып килдем.таныш булығыҙ бына ул.
Уңышбикә: Һаумыһығыҙ балалар,хәйерле көн ҡунаҡтар.
Алып барыусы.:Әйҙә , әйҙә рәхим итегеҙ.Балалар һиңә тип матур йырҙар,бейеүҙәр һәм шиғырҙар әҙерләнеләр.
Көҙһылыу:Улай булғас ҡыҙҙар-малайҙар көҙ тураһында шиғырҙарығыҙҙы һөйләп ишеттерегеҙ әле.
Алып барыусы.:Ниндәй күңелле көй уйнай
Байрам кәйефе килә.
Тирә-яҡты нурға күмеп
Алтын көҙ килде беҙгә.
Көҙ һулышы күптән инде
Үҙен белдерә.
Әйҙәгеҙ балалар бергәләп
Дан йырлайыҡ бергәләп.
Йыр “Көҙ килгән”
Көҙһылыу:Шундай матур йырлайһығыҙ.күңелдәр дәртләнеп китте.Уңышбикә әллә балаларҙы уйнатып алаһыңмы?
Уңышбикә: Ашлыҡ тейәп ылауҙар
Ниндәй тиҙ етеҙ елде
Ил байлығы мул булыр
Көҙ килде бит,көҙ килде.
Түңәрәк уйын “Огородная — хороводная”
Алып барыусы.:
Моңһоуланды урмандар
Һарғайҙы ҡырҙар өҫтө
Йылға-күлдәр топ-тоноҡ
Көҙ килде бит,көҙ килде.
Көҙһылыу: Балалар күрәһегеҙме шундай матур төрлө төҫтә япраҡтар.Улар бик күптәр,әйҙәгеҙ бергәләп ошо япраҡтар менән уйнап алайыҡ.Һеҙгә көҙгө таж төҙөргә кәрәк буласаҡ.
Уйын “Көҙгө таж”
Уңышбикә: Афарин балалар.һеҙҙең көҙгө таж бик матур килеп сыҡты.
Алып барыусы: Йырлап алайыҡ әле
Уйнап алайыҡ әле
Йырлайыҡ та,уйнайыҡ та
Бейеп алайыҡ әле.
Алып барыусы: балалар башҡарыуында күмәк бейеү
Бейеү “Башҡорт полькаһы”
Көҙһылыу: көҙ миҙгеле уңышҡа бай миҙгел.Бөтә кешеләрҙә баҡсаларҙа уңыш йыйыр мәл.Беҙҙә һеҙҙең менән уңыш йыйып уйнап алайыҡ.
Уйын “Уңыш йый”
Алып барыусы: Рәхмәт һиңә Көҙһылыу,уйының бигерәк күңелле булды.
Уңышбикә: Йоҡмаһын беҙгә сирҙәр
Аһ-зарға беҙ тулмайыҡ
Йырлайыҡ гел шат йырҙар
Йыр “Осень”
Көҙһылыу: күңелдәр күтәрелеп китте.
Алып барыусы:рәхмәт ҡыҙҙар , малайҙар.Ә хәҙер һүҙ балаларға.
Балаларҙың шиғырҙары
Алып барыусы:Ҡурайҡайын алып яңғыратып
Көй күтәрә башҡорт балаһы
Күңелдәрҙе асып йырлап-бейеп
Байрам итә “Аҡбуҙат”баҡсаһы.
Түңәрәк уйын “Көҙ һәм балалар”
Көҙһылыу:Рәхмәт һеҙгә уйынығыҙ оҡшаны.
Уңышбикә : Көҙгө матур байрам
Уңышы еремдең
Ул һәр саҡ мул булһын
Бәхетле илемдең.
Алып барыусы: Эйе ,Көҙһылыу,илебеҙ тыныс булһын,уңышҡа ла бай булһын,һау – сәләмәт булайыҡ.
Йыр “Көҙ етте”
Көҙһылыу: көҙҙәр үтте тиеп ҡайғырмайыҡ ,уйнайыҡ та бейейек.
Алып барыусы:
Тыпыр – тыпыр тыпырлай
Аяҡтары тик тормай
Малайҙар башҡарыуында бейеү
Бейеү “Батырҙар”
Алып барыусы: Балалар ,Көҙһылыу,Уңышбикә ишетәһегеҙме кемдер килә түгелме?
Көй уйнай.Бәшмәк инә.
Бәшмәк: Һаумыһығыҙ балалар ,ҡунаҡтар.Мине танынығыҙмы.?Эйе , мин бәшмәк.Минән кешеләр тәмле бәлештәр бешерәләр,тоҙламалар яһайҙар.Беҙ ҙә бит көҙгө уңышҡа инәбеҙ.
Алып барыусы: ысынлап та балалар бәшмәкте кешеләр көҙ етеү менән ямғырҙан һуң йыялар.
Көҙһылыу: Әйҙә бәшмәк түрҙән уҙ беҙҙең байрамға.
Бәшмәк: бына мин ишеттем дә “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында байрам икәнлеген балаларҙы ҡотларға тип ашығып килеп еттем.Уйын да алып килдем.Һеҙ бәшмәктәрҙе беләһегеҙме икән?Мин аҡ бәшмәк – ашарға яраҡлы , тағы ла була ағыулы бәшмәктәр.Бына улар.(күрһәтә)
Уйын “бәшмәк йыйыу”
Бәшмәк: Рәхмәт балалар, һеҙ дөрөҫ йыйҙығыҙ.минән һеҙгә көҙгө бәшмәктәр бүләккә.тәркәмгә ҡайтҡас сәй эсерһегеҙ.Миңә ҡайтырға ваҡыт.тағы ла бер йыл үткәс беҙ һеҙҙең менән осрашырбыҙ.Күстәнәс бирә , сыға.
Көҙһылыу: Һеҙҙең менән беҙ күңел асып ял итеп алдыҡ.Беҙгә китергә лә ваҡыт,эштәр ҙә күп әле:ағас япраҡтарын ҡойоп бөтөрөргә кәрәк,тағы ла ерҙе һалҡын ҡышҡа әҙерләргә.Һеҙгә көҙ күстәнәсен ҡалдырабыҙ(алмалар,күрһәтә)
Уңышбикә: Мал-тыуар теүәл ҡышлаһын
Имен йәшәйек
Киләһе алтын көҙҙә.
Алып барыусы: Йырлап алайыҡ бергәләп.
Йыр “Һаубулығыҙ ҡоштарым”
Алып барыусы: Ә хәҙер барығыҙҙы ла төркөмгә саҡырабыҙ,байрам дауам итә.Көҙһылыуҙың күстәнәсе менән тәмләп сәй эсәйек бергәләп.(Сығалар)
Хөрмәтле, Ләйсән Нуриман ҡыҙы. Һеҙ ысын мәғәнәһендә ижади педагог. Һеҙ әҙерләгән байрам һәм күңел асыу иртәлектәре бик күңелле һәм фәһемле үтә. Һәр балаға иғтибар бүләһегеҙ. Һәр бала һеҙҙең өсөн — һәләтле бала.
Һеҙҙең артабанғы эшегеҙҙә тик уңыштар ғына теләйем.
Йәмилә Сайфулла ҡыҙы, матур баһаламағыҙ өсөн ҙур рәхмәт!