“Тылсымлы диск”

Маҡсат:

  • йырҙарҙы ,бейеүҙәрҙе үҙ-алла башҡарырға өйрәтеү;
  • бейеүҙәр, йырҙар,шиғыр аша балаларҙың телмәрен үҫтереү;
  • йырҙарҙы хәрәкәттәр менән башҡарырға ҡыҙыҡһындырыу;

Йыһазландырыу:
Диск,сана,ҡоҙоҡ,мәскәй әбей өйө,музыка ,йырҙар,бейеүҙәр.

Ҡатнашыусылар:
Алып барыусы, Ҡарһылыу, Ҡыш бабай, Фея, Мәскәй әбей, Юлбарыҫ, Лунтик, Милә.
Малайҙар: Супер — геройҙар
Ҡыҙҙар: Феи Винкс,

Байрам барышы:
Балалар көйгә музыка залына инәләр

Алып барыусы:
Ынйы ҡарҙар сафлыҡ һипкән кеүек
Яҡты булһын байрам көндәре!
Бәхет бурандары алып килһен
Яңы йылдың ҡарлы елдәре.
Балалар шиғырҙар һөйләй

ЙЫР «Йәшел шыршы»

Алып барыусы:
Хәҙер инде ултырығыҙ
Иғтибарлы һеҙ булығыҙ
Байрам менән тәбрикләп
Ҡышҡы әкиәт килә
Ут һүнә. Көй аҫтында Ҡарһылыу бейеп килеп инә
Ҡарһылыу:
Нәҡ Ағиҙел боҙо һымаҡ,
Зәп-зәңгәр минең күҙҙәр.
Толомдарым ебәк төҫлө,
Мине Ҡарһылыу тиҙәр.

Керпектәремә ҡуна ла
Йылмая аҡ йондоҙҙар.
Мине ҡәрҙәшендәй тоя
Бар малайҙар, бар ҡыҙҙар.
— Ҡарһылыуым, — тип Ҡыш бабай
Үҙемде бик ярата!
Ҡарһылыу:
Ҡар бөртөгө, йондоҙ кеүек
Ер өҫтөнә ҡойола.
Килегез яныма ҡар бөртөктәрем
Бейеп алайыҡ бергә.
Бейеү «Ҡар бөртөктәре»
Ҡарһылыу:
Байрамға килдем мин һеҙгә,
Күңел асып йырларға,
Яңы йылды йырлап, бейеп
Бергәләп ҡаршылайыҡ,
— Балалар минең һеҙгә бүләгем бар, минең ҡулымда диск уның эсендә шатлыҡ ҡыуаныс килтргән йырҙар. Был диск боҙҙан эшләнгән төшөрөрөп ярып куймайыҡ.

Залда ҡоҙоҡ ултыра, ҡоҙоҡ эсендә Мәскәй әбей йәшенгән. Ҡоҙоҡ әргәһендә биҙрә ултыра, ҡоҙоҡ эсенән көлөү тауышы ишетелә.

Ҡарһылыу:
Кемдең көлөү тауышы ишетелә ул? Тауыш әллә ҡоҙоҡ эсенән сыға инде? Миңә тиҙрәк Ҡыш бабайҙы табырға кәрәк. Юлға сығайым. Һыуһап киттем һыу ғына эсеп алайымда.
(Дискты иҙәнгә һала, биҙрәне ҡоҙоҡҡа төшөрә, һәм сығарған мәлдә, биҙрәгә эләгеп Мәскәй әбей килеп сыға)
Ҡарһылыу:
Кем һеҙ?
Мәскәй әбей:
Минелә танымай тораңмы? Мин бит Мәскәй әбей собственный персоны.
Мин бәләкәй саҡтан уҡ яҡшылыҡты, изгелекте яратмайым. Мин Тик насарлыҡ эшләргә яратам. Иии…. һеҙ көткән Яңый йыл һеҙгә килмәйәсәк. Бына күреп торорһығыҙ.Ҡоҙоҡта ултырғанда ишеткәйнем һинең бүләгең бар тип. Ҡайҙа әле ул? Әәәә…. бына ята. (ала)
Ҡарһылыу:
Мәскәй әбей бир инде,
Ул бит минеке түгел.
Мәскәй әбей:
Һеҙҙең йырҙар дискығыҙҙы мин һындырып (Һындыра)
Һыныҡтарын ел менән әкиәт иленә осорам.
Ә Ҡар һылыуҙы мин боҙ итеп туңдырып (Аҡ ябыуға Ҡар һылыуҙы яба)
үҙем менән алып китәм!
Дисктың һыныҡтарын тапмайынса Ҡарһылыуҙы бирмәйем

Мәскәй әбей ҡар һылыуҙы үҙе менән алып сығып китә.
Алып барыусы:
Балалар, нимә эшләйбеҙ инде хәҙер.
Мәскәй әбей, ҡар һылыуҙы урланы.
Йыр дикын һындырып ташаны.
Балалар яуабы:
Әкиәттәр иленә барайыҡ
Диск һыныҡтарын йыйып
Ҡар һылыуҙы табайыҡ.

Йыр «Мы Снегурочку найдем»
Балалар урындарға ултыралар.
(Фея килеп инә)

Алып барыусы:
Балалар беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа барып сыҡтыҡ ул?
Фея: Һаумыһығыҙ, һеҙ әкиәттәр илендә. Мин Фея булам.Ниндәй ярҙам кәрәк һеҙгә?
Алып барыусы: Фея, һаумыһығыҙ, беҙгә һинең ярҙамың кәрәк. Уҫал М.Ә Ҡар һылыуҙы урлап алып китте. Яңы йыл йыр диксын һындырып әкиәт иленә ташланы. Шул диск өлөштәрен йыйып бөтмәйенсә Ҡар һылыу тотҡондан сыға алмай. Диск өлөштәрен эҙләп йөрөйбеҙ.
Фея: Әлбиттә ярҙам итәм. Яңы йыл Ҡар һылыуһыҙ нисек булһын? Минең тылсымлы йомаҡтарым бар шул йомаҡтарҙыы сисһәгеҙ диск өлөштәре ҡайҙа табырға икәнен белерһегеҙ. Һеҙ әҙерме?
Балалар: Әҙер!
Фея: Тыңлағыҙ, беренсе йомаҡ.
Аяғы бар, ҡулы бар
Кеше түгел.
Үҙе тимерҙән, электр мейеһе
Кем белә яуабын? (Робот)
Фея: афарин, был Робот. (Тылсымлы таяғы менән Роботты саҡыра)

Көй аҫтына Робот килеп инә
Робот: Бөтәгеҙгәлә сәләм, минең исеме Атом. Мин әкиәт иленән.
Алып барыусы: Атом беҙгә һинең ярҙамың кәрәк.
Робот: Мин һәр саҡ әҙәер.
Алып барыусы: Беҙ әкиәт илендә йыл дисктарының өлөштәрен эҙләйбеҙ. Табырға яраҙам итсе зинһар өсөн.
Робот: Аңлашылды, Мин күреүемсә бында супер-геройҙар бар, миңә уларҙың ярҙамы кәрәк.
Алып барыусы: Супер-геройҙар һәр саҡ әҙер!

«Танец супер-героев»

Робот: Хәҙер эҙләп алып киләбеҙ!

(ике Супер-геройҙар бала Робот менән сыға)
Алып барыусы: Беҙҙең Супер-геройҙар килгәнсе әйҙәгеҙ бергәләп йыр лап алайыҡ.
йыр « На пороге Новый год»

(Ике супергерой килеп инә)
Малай: Дисктың бер һынығын таптыҡ?
Алып барыусы:
Ҙур рәхмәт һеҙгә. Дисктың бер өлөшөн таптыҡ.
Фея: Киләһе йомаҡты тыңлағыҙ
Они прилетели с различных планет:
Прекрасней волшебниц не видывал свет.
Теперь изучают без скуки
Магической силы науки.
Учатся в школе Алфеи
Известные самые феи.
(Феи Винкс)
Ҡыҙҙар Феи Винкс йүгереп сығалар

«Танец Фей»

Алып барыусы: Фея Винкс беҙгә ярҙам итегеҙ. Һынған дисктың өлөшөн табырға ярҙам итегеҙ.
Ҡыҙҙар: Беҙ бая табып алдыҡ, диск һынығын шыршы төбөнә һалып ҡуйҙыҡ.
(Һыныҡты бирәләр)
Алып барыусы: Ҙур рәхмәт һеҙгә Фея Винкс.
Фея: Киләһе өлөште табыр өсөн киләһе йомаҡты тыңлағыҙ.
Икенсе планетанан килгәнде —
Белә бөтә балалар,
Миләүшә төҫөндә мин,
Икенсе исемем айҙың
бал ҡорто тип атала.
(Лунтик)

(Залға Лунтик килеп инә, ҡулында тубырсыҡтар менән кәрзин)
Лунтик: Һаумыһығыҙ! Ҡайһылай һеҙ бөгөен бөтәгеҙҙә матурһығыҙ. Нимәгә йыйлдығыҙ?
Алып барыусы: Беҙҙең балаларҙың бөгөн Яңы йыл байрамы.
Лунтик: Бик яҡшы, бына беҙҙә Капа өләсәй менән шыршы биҙәп йөрөйбеҙ, мин шыршыны биҙәр өсөн тубырсыҡтар йыйырға сыҡтым.
Алып барыусы: Лунтик һин беҙгә ярҙам итеп кенә ебармәҫһең микән?
Лунтик: Ярҙам итәм, мин ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер.
Алып барыусы йәки бала: Уҫал М.Ә Ҡар һылыуҙы урлап алып китте. Яңы йыл йыр диксын һындырып әкиәт иленә ташланы. Шул диск өлөштәрен йыйып бөтмәйенсә Ҡар һылыу тотҡондан сыға алмай. Диск өлөштәрен эҙләп йөрөйбеҙ. Диск өлөшөн күрмәнеңме?
Лунтик: күрҙем, уны Милә табып алған ине. Хәҙер саҡырам Миләне. Милә! Милә!
Көйгә Милә килеп инә
Милә: Һаумыһығыҙ, Лунтик нимә булды, ниңә саҡырҙың?
Лунтик: Милә, бая һин бер әйбер табып алдың шуны бир әле.
Милә: юҡ бирмәйем! Мин ҡомдан башня төҙөп, шуны менән биҙәп ҡуям, ул миңә кәрәк.
Алып барыусы: Милә зинһар өсөн бир инде. Беҙ шул диск өлөшөн эҙләп балалар менән әкиәт иленә килдек. Шул өлөшһеҙ беҙҙең ҡар һылыуҙы тҡотҡара алмайбыҙ, балаларға яңы йыл булмай.
Милә: аңлашылды, бирәм, тик һеҙ минең менән уйнап алғасҡына.

Уйын «Ҡыҙыҡлы һандар»

(көйгә балаалр бейеп йөрөйҙәр, көй туҡтағас Милә 1-5 тиклем һан әйтә, балалар һанҡа ҡарата етәкләшеп түңәрәккә торорға тейештәр)
Милә: Һай афарин, балалар! Бик етеҙһегеҙ! Бына һеҙҙең диск өлөшөгеҙ (бирә)
Лунтик: Онотоп торам Капа өләсәй бит мине көтә, шыршы биҙәшергә мин ҡайтайым.
Милә: Лунтик, миндә һинең менән. Ярҙам итермен һеҙгә.
Лунтик: әйҙә Милә. Һаубулығыҙ!

(Милә менән Лунтик сыға)
Фея: Балалр бына беҙ һеҙҙең менән дисктың 3 өлөшөн таптыҡ. Артабанғы йомаҡты тыңлағыҙ.
Зверь красивый и усатый,
На кота чуть-чуть похож:
Ведь он тоже полосатый,
Пусть огромный — ну так что ж?
(Юлбарыҫ)
Юлбарыҫ:
— Һаумыһығыҙ балалар, һаумыһығыҙ ҡунаҡтар!
Алып барыусы: Һаумы Юлбарыҫ, быҙгә һинең ярҙамың кәрәк. М.Ә ҡар һылыуҙы урланы һәм яңы йыл дискын һындырып әкиәт иленә ташланы.
Юлбарыҫ:
— Килә ятҡанда юлда бер нимә табып алғайным шул түгел микән? (күрһәтә)
Алып барыусы: Әйе Юлбарыҫ, ошо өлөштө эҙләп йөрөйбеҙ, рәхмәт һиңә.
Балалр, беҙгә һуңғы өлөштө табырға ҡалды. Юлбарыҫ әйҙә һин беҙҙең менән.
Юлбарыҫ: Рәхмәт саҡырыуығыҙға.
Фея: Киләһе йомаҡ
В лесу живёт одна старушка.
Есть у неё чудо избушка.
Она летает на метле.
Зовут её…
Мәскәй әбей

Аылп барыусы: М.Ә алыҫта йәшәй, юлда күңелле булһын өсөн әйҙәгеҙ бейеп барайыҡ
Бейеү «Джингл Белс»
Тауыҡ аяҡлы мәскәй әбейҙең өйө килеп сыға.
Алып барыусы: Балалар беҙ килеп еттек. Бына М.ә өйө. Ә нисек асырға икән.
Юлбарыҫ: мин беләм. Тауыҡ аяҡлы М.Ә өйө урманға артың менән беҙгә алдын меннә борол.
М.Ә өйө башын һелкә, юҡ тип әйтә
Алып барыусы: М.Ә өйө боролорға теләмәй. Нимә эшләргә була? Әһә белдәм.
(М.Ә өйөн барып ҡытыҡлай, һәм ул борола. М.Ә килеп сыға)
М.Ә: аһ-аһ-аһ! Ужыла килеп еттегеҙме.ыста ҡалай тиҙ. Мин ней только что ҡайтып еттем. Что то минен һеперткем борахлит. А вы туту как тут.
Алып барыусы: М.Ә, беҙ беләбеҙ дисктың һуңғы өлөшө һиндә, бир инде беҙгә зинһар өсөн.
М.Ә: әйе шулайтты тей. Биреп тә ҡуйырмын әле.
Алып барыусы: нимә һораһаңда беҙ эшләйбеҙ.
М.Ә: тәәәк, нимә һораһағыҙҙа тейһегеҙме? Придумала. Ярыш ойошторайыҡ мине еңһәгеҙ, бирәм мин һеҙгә дискты.
Уйын «Һепертке менән ярыш»

(М.Ә балар мнән алмашлап ярыша 2-3 бала менән береһендә еңә алмай)

М.Ә: эх, эшкенмәгән һепертке. Ремонтҡа бирер кәрәк. (Диск өлөшөн бирә)
Алып барыусы: Балалр беҙ диск өлөштәрен йыйып бөттөк. Тик беҙгә уны йыйып йәбештерергә кәрәк. Миңә 2 бала сығып ярҙам итһен.
(2 бала сығып дискты йыйып бирә.)

М.Ә: (көлөп) йәбештергән булалар. Ул дискығыҙ барыбыр эшкенмәй бит ул. Уйнамайысаҡ.
Алып барыусы: Йәбештерҙек тә ул. Тик М.Ә дөрөҫ әйтә. Ҡалайтабыҙ инде.
Фея: Бормолмағыҙ, хәҙер мин тылсымым менән дискты бер бөтөн итәм.
(Тылсымлай, диск бер бөтөн була.)

Алып барыусы: Рәхмәт һиңә Фея. Ҡар һылыу бүләк иткән диск бөтөн. Бына М.Ә беҙ дискты йыйҙыҡ. Бир инде беҙгә Ҡар һылыуҙы.
М.Ә: нимә??? Еще чего? Ҡар һылыуҙы бирергә уйымдала юҡ. Хәҙер һеҙ Ҡар һылыуҙы алып ҡайтып байрам итгеҙ, ҡыш бабайҙан бүләктәр алағыҙ. Ә мин бында бер үҙем генә как всегда ҡалам.
Алып барыусы: М.Ә әйҙә һин дә беҙҙең байрамға. Яңы йыл байрам барыһы өсөндә. Ҡыш бабай барыһына ла бүләктәр бирә.
М.Ә: Мине береһелә байрамға саҡырғаны юҡ, бөтәһелә минән ҡурҡа. Миндә һеҙгә бик күп яуызлыҡтар эшләнем, ә һеҙ мине барыберҙә байрамға саҡырағыҙмы? Алдамайһығыҙмы? Ысынмы?
Алып барыусы: әлбиттә, саҡырабыҙ.
М.Ә: ура!!!! Наконец то мине Яңы йылға позвали. Бына һеҙҙең Снегуркағыҙ. (Ҡар һылыуҙы сығара)

Ҡар һылыу: (уянып) Балалар мине ҡотҡарыуығыҙ өсөн һеҙә, Феяға, Юлбарыҫҡа ҙур рәхмәт! Яңы йылды бергә ҡаршы алайыҡ!
Алып барыусы: Рәхмәт һиңә М.Ә! Фея, беҙһиңә ҙур рәхмәтлебеҙ, һин беҙгә бик ныҡ ярҙам иттең.
Фея: Яңы йылда теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Яңы йыл тик шатлыҡ-ҡыуаныс килтерһен! Яҡшы кәйеф менән ҡаршылағыҙ байрамды. Яңы йыл яңы шатлыҡтар менән килһен! Киләһе осрашҡанға тиклем Һаубулығыҙ!
Фея сыға

Ҡар һылыу: Әкиәт иленән тиҙрәк ҡайтыр кәрәк. Яңы йылды ҡаршы алайыҡ. Ҡыш бабай беҙҙе юғалтҡандыр. Юлбарыҫ Яңы 20220йыл һинең йылың, байрамыбыҙға рәхим ит!
Юлбарыҫ: Рәхмәт!
Ҡар һылыу: Әкиәт иленән тиҙрәк ҡайтыр өсөн беҙгә йыр дискаһы ярҙам итер. Йырлай йырлай ҡайтайыҡ.
Йыр «Хоровод»
(балалр ултырғыстарға ултыралар)
Алып барыусы:
Ҡар бурандарын уйнатып,
Яңы йыл килә.
Ярһыу ат егеп санаға
Ҡыш бабай елә.
Дуғаһында ҡынғырауҙар
Сылт-сылт сыңлайҙар.
Ҡуян, айыу һәм балалар
Шуны тыңлайҙар.
(көй аҫтына Ҡыш бабай килеп инә)

Ҡыш бабай: Буран – ҡарҙар һепереп
Мин килдем һеҙгә.
Яңы йылды ҡаршыларға
Дуҫтарым менән бергә.
Һаумыһығыҙ, балалар, ҡунаҡтар!. Мин көттөгөҙмө? Мин һеҙгә тип ашҡынып килеп еттем.
Балалар.
Һаумы, һаумы Ҡыш бабай!
Һаумы, һаумы Ҡарһылыу!
Ҡыш бабай: М.Ә һин байрам боҙорға килдең әллә?
М.Ә: Юҡ, Ҡыш бабай, мине балалар үҙҙәре саҡырҙы. Ятуту не причем
Ҡыш бабай: аңлашылды, эш боҙмағас бик яҡшы!
Ҡарһылыу.
Яңы йыл менән ҡотлайым
Барығыҙҙы ла, дуҫтар!
Тик ниңә һуң шыршығыҙҙа
Күренмәй серле уттар?
Эй, шыршы, йәшел шыршы
Нур сәсеп көлөп ебәр!
Мең уттар менән ҡабынып,
Беҙҙең күңелде күтәр!
Ҡыш бабай: Әйҙәгеҙ әле бергәләп тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтәйек.

Бөтәһе бергә:
Ян шыршы, ян шыршы!
Бул һәр саҡ шулай ҡупшы!
(шыршыла уттар ҡабына)
Алып барыусы.
Әйҙәгеҙ, бөтәбеҙ бергәләп
Баҫайыҡ беҙ шыршы тирәләп
Байрамға бөтмәҫ йәм өҫтәп
Йырлашып алайыҡ бергәләп.
Йыр «Яңы йыл»
Ҡыш бабай:
Әйҙәгеҙ әле үҙегеҙ әҙерләгән шиғырҙарығыҙҙы һөйләгеҙ, мин ултырып тыңлайы әле.
Шиғырҙар

М.Ә: Ҡыш бабай мин дә бик матур шиғыр беләм
Ҡыш бабай: йә һөйләп ишеттер әле.
М.Ә:
Ҡыш бабай, Ҡыш бабай,
Замечательный бабай!
Йырланым да , бейенем дә,
Күстәнәстәр бир, давай!
Ҡыш бабай: Һай ҡалай афарин! Ултырып аяҡтарып ойоп китте әйҙәгеҙ әҙрәк уйнап алайыҡ! Кемдәрҙең шиғырҙары ҡалды уйнап алғас һөйләрһегеҙ.

Музыкаль уйын на ускарение «Мы повесим шарики»
Ҡыш бабай: һай, ҡалай тән яҙылып китте. Әйҙәгеҙ инде кемдәр шиғыр һөйләмәне. Килегеҙ яныма.
Шиғырҙар

Ҡыш бабай: Ә хәҙер , балалар, бергәләшеп йырлап-бейеп алайыҡ.

Йыр «Дед Мороз»
Ҡыш бабай: Бик шәп, ҡайһылый балалр афариндар! Һыуһап киттем һыу эсеп алайым әле.
Ҡоҙоҡ янына килеп биҙрәне ҡоҙҙоҡа төшөрә һыу эсә.
Ҡыш бабай: ҡалай ныҡ һыуһап киткәнем, тағы берҙе эсеп алайым әле.
Биҙрәне ҡоҙоҡҡа тағы төшөрә
— Ҡайһылай ауыр булды көстә етмай.
Биҙрәгә эләгеп балаларға бүләктәр сыға
— Балалр һеҙгә минән бүләктәр. Аҙаҡ төркөмдә Тәрбиәсе апайығыҙ таратыр.
М.Ә: Ҡыш бабай ә миңә? Бүләк буламы?
Ҡыш бабай: Һиңә лә бар бүләгем. Һин хатаңды аңлап, үҙгәреүеңде мин хуплайм. Яуызлыҡ ылмай, эш боҙмай йөрөһәң йылда бүләктәр биреп торормон.

М.Ә муйынсаҡ буләк итә.
М.Ә: Ого!!! Ҡайһылай матур! Миңә бик оҡшай. Ҡана әле ҡайтып күршеләремә маҡтанайым әле. (сығып китеп барған ерҙәр А.Б уға)
Алып барыусы: М.Ә һин бит рәхмәт әйтергә оноттоң.
М.Ә: Ҙур рәхмәт Ҡыш бабай! Һау булығыҙ!!!

(М.Ә сығып китә)
Ҡыш бабай. Һеҙҙе барығыҙҙы ла яңы йыл менән ҡотлайбыҙ. Ҡыйыу батыр улдар һәм матур ҡыҙҙар булып үҫеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ә хәҙер һеҙҙең менән
Етте хушлашыу мәлебеҙ
Киләһе йыл тағы ла
Осрашырбыҙ әле беҙ.
Ҡәҙерле балалар, мин һеҙгә киләһе йылдың хужаһы – Юлбарыҫты ҡалдырам.

Юлбарыҫ:
Мин – Яңы йыл.
Ашығып килдем,
Теләктәрҙең иң изгеһен алып килдем:
Һау-сәләмәт булығыҙ,
Бәхет-уңыш менән генә
Үтһен ғүмер юлығыҙ!
Алып барыусы:
Рәхим ит, Яңы йыл, хужа бул!
Яңынан-яңы уныштар теләйем һинә!
Ҡарһылыу.
— Бына инде һеҙҙең менән айырылышыу ваҡыттары етте. Сөнки беҙҙе башҡа кескәй дуҫтарыбыҙ көтә. Һау булығыҙ, бәхетле булығыҙ, дуҫтар-туғандар, киләһе осрашҡанға тиклем!Һау булығыҙ, балалар.
Ҡыш бабай: Ҡәҙерле балалр,ата-әсәлә, ҡунаҡтар! Һеҙҙе етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлабыҙ! 2022 йылда һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет юлдаш булһын. Тыуасаҡ йылда бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен. Һау булығыҙ!

Бөтәһе бергә:
Һау бул, Ҡыш бабай!
Һау бул, Ҡарһылыу!

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сығыалар

Алып барыусы:
— Яңы 2022 йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, оло шатлыҡтар ғына кисереп йәшәргә яҙһын! Һәр көнөгөҙҙән көс-дәрт алып, ҡыуаныс-мөхәббәткә сорналып ғүмер итегеҙ. Яңы йылға беренсе аҙымығыҙ изгелек булһын! Етеп килгән Яңы 2022 йыл менән! Аҡ бәхеттәр һеҙгә!

Рейтинг
( 10 оценок, среднее 4.5 из 5 )
Лейсан Расулева/ автор статьи

Хөрмәтле ҡунаҡтар!
Һеҙ музыка етәксеһенең шәхси сайтында. Әгәр ҙә һеҙ минең сайтымды ҡыҙыҡлы һәм фәһемле тип тапһағыҙ, һеҙҙе мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың музыкаль үҫеше ҡыҙыҡһындыра һәм кескәйҙәрҙе гүзәллек донъяһына ылыҡтырыу юлдарын эҙләйһегеҙ икән, минең шәхси сайтыма рәхим итегеҙ.
Уважаемые гости!
Вы находитесь на персональном сайте музыкального руководителя. Я рада приветствовать всех, кому будет интересен и полезен мой сайт, кого волнует тема музыкального развития дошкольников, кто неравнодушен к музыке и кто хотел бы помочь малышу приоткрыть окно в мир прекрасного.

Понравилась статья? Поделиться с друзьями:
Комментарии: 10
  1. Алсу

    Лейсан Нуримановна! Хочу выразить Вам огромное спасибо от родителей группы «Колокольчики» за то, что на каждом утреннике Вы уделяете внимание всем детям без исключения! Это видно по поставленным танцам и песням! :idea:

    1. Лейсан Расулева (автор)

      Спасибо большое! :smile:

  2. Зимфира Вәкил ҡыҙы

    Ләйсән Нуримановна бик матур, ҡыҙыҡлы, фәһемле байрам иртәлектәре, киләсәктә эшемдә ҡулланасаҡмын, рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар

    1. Лейсан Расулева (автор)

      Зимфира Вәкил ҡыҙы, ҙур рәхмәт! :smile:

  3. Гульфия Закировна

    Хочу оставить комментарий о сайте в целом! Мне очень понравился данный сайт. Я являюсь не только родителем, но и воспитателем и нашла много интересного для своей работы.Ляйсан Нуримановна еще раз доказала, что она творческий, талантливый педагог!

    1. Лейсан Расулева (автор)

      Гульфия Закировна, спасибо большое за отзыв :smile:

  4. Вәсилә Борхан ҡыҙы

    Ләйсән Нуримановна ,рәхмәт.Бик матур,йөкмәткеле сценарийҙар.Артабанда эшегеҙҙә уңышлыҡтар,яңы үрҙәр яулағыҙ!!!

    1. Лейсан Расулева (автор)

      :smile: Ҙур рәхмәт! :smile:

  5. Нурзаля

    Музыка етәкселәре һәм тәрбиәселәр өсөн башҡорт телендә, балалар менән үткәрелгән, йөкмәткеле, аңлайышлы, йәш үҙенсәлектәренә тап килгән сценарийҙар һалынған. Зур рәхмәт Ләйсән Нуриманов на! Һеҙгә ижади юлығыҙҙа уңыштар теләем. :idea:

    1. Лейсан Расулева (автор)

      Нурзәлә Зәйнитдин ҡыҙы, һеҙгә ҙур рәхмәт! :smile:

Добавить комментарий

;-) :| :x :twisted: :smile: :shock: :sad: :roll: :razz: :oops: :o :mrgreen: :lol: :idea: :grin: :evil: :cry: :cool: :arrow: :???: :?: :!: