Маҡсат:
- традицион булмаған алымды ҡулланып һүрәт төшөрөргә өйрәте;
- балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу;
- һүрәт төшөрөү һәләттәрен үҫтереү.
Йыһазландырыу:
буяуҙар, альбом, салфеткалар, аҡлан һүрәттәре, таҡта, видео яҙма, музыка.
1 Ойоштороу:
— Балалар ҡарағыҙ әле тышта бөгөн ниндәй саф һауа, көн торошо бик яҡшы һеҙ ризалашағыҙмы минең менән?
2 Дәрес барышы:
— Балалар мин һеҙгә бер видео яҙма күрһәтәм, һеҙ иғтибар меән ҡарағыҙ аҙаҡ миңә әйтерһегеҙ был нимә булды икәнен. ( видео яҙма ҡарау «Урман»)
— Кемдең әйткеһе килә был нимәбулды? (Урман)
— Кем тағы нисек уйлай?
— Балалар һеҙ дөрөҫ яуаб бирҙегеҙ был яҙмала урман һүрәтләнгән. Һеҙ тағыла нимә күҙәттегеҙ?
— Төрлө ағастар. Ниндәй ағатарҙы танынығыҙ? (Ҡайын, ҡарағай,)
— Төрло сәскәлә, ҡоштар һайрай.
— Балалар әйҙәгеҙ артабан ҡарайыҡ был яҙманы. («Аҡлан»)
— Кем теләй яуап бирергә?
— Урамда тағыла нимә күрҙегеҙ?
— Әйе бик дөрөҫ яуап бирҙегеҙ был балалар аҡлан.
— Аҡланда төрлө сәскәләр, еләк үҫә, аҡланда сағыу ҡояшлы урын.
— Бөгөн балалар беҙ һеҙҙең менән ошо аҡланды һүрәт итеп төшөрөп алабыҙ.
— Бына ҡарағыҙ әле был һүрәткә (Һүрәт күҙәтеү)
— Бик матур урын шулаймы балалар?
— Сәскәле күбәләкле урын икән.
— Беҙ һеҙҙең менән бөгөн был һүрәтте бармаҡ устар меән эшләйәсәкбеҙ.
— Альбом битәрен асып һалабыҙ.
— Аҡланда бик күп үләндәр үҫә иң беренсе беҙ бармаҡ остары менән үләндәр һыҙып сығабыҙ. Артабан үләндәр өҫтөнә бармаҡ биттәре меәнә сәсәкәләр яһайбыҙ. Сәскәләргә күбәләктәрҙе ҡундырабыҙ.
— Артабан устарҙы буяуға тығып альбомдың бер ситенә ҡояш эшләйбеҙ.
— Аҙаҡтан устарҙы йомоп буяға баҫып болоттар яһыйбыҙ. Салфеткаларға ҡулдарҙы һөртәбеҙ. (Эш барышы)
3 Йомғаҡлау:
— Балалар беҙ һеҙҙең меәнә нимә эшләнәк?
— Ниндәй ысулдар менән?
— Был ысул традицон булмаған ысул тип атала.
— Афарин балалар бик тырыштығыҙ.
Ләйсән Нуриман ҡыҙы һеҙҙҙҙең сайтты ҡарап сығып шул хәтлем йөкмәткеле, бай, оҫта яҙылған сценарийҙәрҙе ҡарап сыҡтым. Һиңә уңыштар.. артабан да шулай имен — һау эшләп йөрө. Яңы үрҙәр. Уңыштар һиңә!
Баһаламағыҙ өсөн ҙур рәхмәт!