«Беҙ буласаҡ һалдаттар»
Маҡсат:
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ балалар,килгән ҡунаҡтар. Бөгөн беҙҙә байрам- Ватанды һаҡлаусылар көнө. Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ тыуған илгә хеҙмәт итәләр , кәрәк булһа яуға сығып уны яуыз дошмандан һаҡланылар. Беҙҙең малайҙар ҙа ҙур аҡыллы булып үҫеп еткәс һалдаттар буласаҡтар. Ҡыҙҙар ҙа армияла төрлө һөнәр эйәләре булып хеҙмәт итә алалар. Атай-ағайҙарҙы, олатай-ҡартатайҙарҙы байрам менән ҡотлап, ошо байрам айҡанлы бергәләп йырлап алайыҡ.
Йыр “Ерҙән һалдат атлай”
1-2 бала шиғыр һөйләй.
(Балалар ултыралар. Залға Спорт инструкторы инә)
Алып барыусы:Балалар ҡарағыҙ әле,беҙгә ҡунаҡ та килгән һеҙ танынығыҙмы балалар кем ул?
Балалар:Спорт инструкторы.
Спорт инструкторы.:Дөрөҫ балалар,мин Спорт инструкторы.
Алып барыусы:Бәлки һин Спорт инструкторы. аңлатырһың беҙгә нимә өсөн килгәнеңде?
Спорт инструкторы: Әлбиттә аңлатам. Беҙҙең атайҙарға, ағайҙарға хас батырлыҡ та, йомартлыҡ та ,үткерлек тә,етеҙлек тә,зирәклек тә малайҙар һәм ҡыҙҙарҙа булырға тейеш. Шуға ла мин бында һеҙҙең менән төрлө һорауҙарға яуап эҙләргә, кем көслөнө белергә, кем иң етеҙе, йылғыры икәнен билдәләргә тип килдем. Һеҙ әйткәйнегеҙ беҙҙең малайҙар буласаҡ һалдаттар, тип. Әйтегеҙ әле балалар, Ватанды һаҡлаусы һалдат булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Дөрөҫ, һау-сәләмәт булып үҫергә, спортты яратырға, сәләмәт тормош алып барырырға кәрәк. Ә беҙҙең атайҙар армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡандар, һалдат бутҡаһының тәмен татығандар. Улар беҙгә нисек һалдат булырға әҙерләнергә кәрәк икәнен бик яҡшы аңлайҙар, беҙгә ярҙам итерҙәр.
Алып барыусы:Бына хәҙер аңланыҡ. Тимәк беҙ бөгөн спорт инструкторы һәм атайҙар менән берлектә , ярышасаҡбыҙ, көс һынашасаҡбыҙ, һалдат булырға әҙерләнәсәкбеҙ.
Спорт инструкторы: Эйе. Экранға иғтибар итегеҙ әле.Экранда һеҙ төрлө һалдаттар күрәһегеҙ. Беҙ бөгөн уйындар аша ниндәй һалдаттар була икәнен, улар нисек хеҙмәт итәләр икәнен белербеҙ. Экранға ҡарағыҙ әле. Бында нимәлер эшләнгән. Беҙҙең рәсәй армияһының символдарының береһе булып торған йондоҙ эшләнгән. Ә ул йондоҙбуялмаған. Уны буяр өсөн беҙгә атайҙар менән берлектә төрлө һалдат булып күп һынауҙар үтергә кәрәк,шул саҡта ғына йондоҙобоҙ ҡыҙыл йондоҙ булып янасаҡ.
Спорт инструкторы: Үҙебеҙең бәләкәй һалдаттар уйындарын башлайыҡ.
Спорт инструкторы: Экрандағы һүрәттә ниндәй һалдаттарҙы күрәһегеҙ? Йәйәүле артелиристарҙы күрәбеҙ. Улар нимәнән аталар? Пушканан аталар.
Ярыш 1 “Мәргәндәр”
Алып барыусы: Ҡарағыҙ әле, беҙ мәргән итеп атҡас, йондоҙобоҙҙоң урта өлөшө ҡыҙыл төҫкә инде.
Шиғырҙар
Йыр «Минең Ватаным»
Спорт инструкторы: Артабанғы һүрәттә беҙ һыу аҫты кәмәһендә йөҙөүсе морякты күрәбеҙ. Уның өсөн беҙгә атайҙар кәрәк. Атай һәм бала тонель эсенән инеп билдәле ерҙе урап йүгереп киләләр.
Ярыш 2 “Һыу аҫты кәмәһе”
Алып барыусы: Ҡарағыҙ әле, йондоҙҙоңбер ҡанаты төҫлөгә әйләнде.
Алып барыусы: Малайҙар һәм атайҙарҙы ҡотлап беҙҙең ҡыҙҙар йырлап алһындар әле.
Әйҙә йырла,әйҙә бейе
Уйнап бейеп күңел ас
Нисек шулай шатланмаҫҡа
Тормош күңелле булғас.
Йыр «Аттарҙа саба малайҙар»
Спорт инструкторы: Артабанғы һүрәттә беҙ сикте һаҡлаусыларҙы күрәбеҙ. Был уйынға беҙгә атайҙар кәрәк буласаҡ. Сикте һаҡлаусылар бик һиҙгер, бер береһенә ярҙамсы булалар. Атайҙар баланы үҙ аяғына баҫтырып ҡаршылыҡтарҙы урап билдәләнгән ерҙән урап киләләр.
Ярыш “ Һиҙгер сик һаҡсылары”
Алып барыусы: Ҡарағыҙ әле, йондоҙ ҡанаттары тағы береһе төҫлөгә әйләнде.
Йыр «Олатайым Миҙалдары»
Спорт инструкторы: Артабанғы һүрәттә беҙ вертолетта,самолетта осоусы һалдатты күрәбеҙ. Ул осоусы, пилот тип атала.Беҙ осоусы була алабыҙмы икәнен Уның өсөн атайҙар менән ҡоршау эсенә парланышып тороп билдәле ерҙән урап килергә кәрәк.
Ярыш “Пилоттар”
Алып барыусы: Был уйыныбыҙ йондоҙобоҙҙоң тағыбер ҡанатын төҫлөгә әйләндерергә ярҙам итте.
Спорт инструкторы: Артабанғы һүрәттә беҙ танкисты күрәбеҙ. Танктың тәгәрмәстәре урынына гусеницалар ҡуйылған. Беҙ ҡоршауҙың ҡырына баҫып атлап,ҡулдар ярҙамында тәгәрләтәбеҙ.билдәле ерҙән урап киләбеҙ.
Ярыш “Танктар”
Алып барыусы: Йондоҙ ҡанаттары тағы береһе төҫлөгә әйләнде. Беҙ бөтә түңәрәктәрҙе лә төҫлөгә әйләндереп бөттөк. Тимәк беҙ еңеүселәр!
Спорт инструкторы: Экранда беҙ десантникты күрәбеҙ. Десантниктар бик ҡыйыу, батыр, йылғыр булалар. Ҡоршау эсенән сығып, кубик өҫтөнә менеп һикереп төшөү, ҡаршылыҡ аша һикереү. Тура юлдан йүгереп ҡайтыу.
Ярыш “Ҡыйыуҙар”
Алып барыусы: Йондоҙ ҡанаттары тағы береһе ҡыҙылға әйләнде. Беҙ бөтә йондоҙ ҡанаттарын ҡыҙылға әйләндереп бөттөк. Тик ниңәлер йондоҙобоҙ балҡып янмай. Артабан экранға ҡарайыҡ әле. Беҙ унда тағы ла морякты күрәбеҙ. Моряктар диңгеҙҙә йөҙгән ҙур, ҙур корабельдәрҙә йөҙәләр. Улар бик күңелле итеп йырларға, бейергә оҫталар. Моряктар бейеүен бейеп күрһәтәйек.Тимәк беҙ еңеүселәр!
Йыр “Матрос булам”
Спорт инструкторы: Афарин балалар.Һеҙ ысын һалдаттар булдығыҙ. Әйтегеҙ әле балалар, бына ошо бөтә һалдаттар нимә өсөн кәрәк? Беҙҙең илебеҙҙе һаҡларға, яҡларға , тыныслыҡ булһын өсөн кәрәк. Ә быныһы һеҙгә бүләк . (Миҙалдар тарата) Ә миңә ҡайтырға кәрәк.Һаубулығыҙ мин һеҙгә тағы ла килермен.
А.б.:Атайҙар,ағайҙар һеҙҙе байрам менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.Һәр ваҡытта ла шулай көслө батыр ҡыйыу атайҙар булып ҡалығыҙ,ә һеҙ малайҙар атайҙарға оҡшайбыҙ тиһәгеҙ тырышып уҡырға, спортты яратырға , һау сәләмәт булып үҫергә кәрәк.
Лейсан Нуримановне,выражаю Вам благодарность от родителей группы !Праздник прошел на одном дыхании!А какие интересные танцы подобраны и разучены!Наши дети так любят ходить на Ваши занятия!Успехов Вам!
Спасибо большое